Даирә
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Май 2023, 09:32

Өфөлә “Киләсәккә билет” фестивале була

Һөнәр һайлауға бәйле ҙур сара сентябрҙә үткәрелә.    

Өфөлә “Киләсәккә билет” фестивале була
Өфөлә “Киләсәккә билет” фестивале була

Өфөлә уҡыусылар өсөн һөнәр һайлауға бәйле “Киләсәккә билет” тип аталған фестиваль үткәреләсәк. Ваҡыты – 28-29 сентябрь, урыны – “Торатау” конгресс-холы. Был сара В.В. Путиндың 2018 йылдың май айындағы указына ярашлы иғлан ителгән “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы уҙғарыла, тип хәбәр итәләр баш ҡала хакимиәтенән.  

Фестивалдә 6-11-се кластарҙа уҡыған биш мең баланың ҡатнашыуы көтөлә. Бында туғыҙ һөнәри мөхит ҡарала: хәүефһеҙлек, белем, социаль, һаулыҡ һаҡлау, уңайлылыҡ, индустриаль, ижади, эшлекле һәм ауыл хужалығы өлкәләре. Уҡыусылар һәр төрлө белгестәр менән аралашып, күңедәренә ятҡан төрҙө һайлай, хеҙмәт баҙарында иң ҙур ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәр тураһында белешә, уҡыу йорттары менән таныша ала.

Фото: ufacity.info

Автор:
Читайте нас: