Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә ҡалалағы балалар модель китапханаһында виртуаль концерт залы асылды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ярҙамында барлыҡҡа килгән концерт залы музыка сәнғәтен һәр яҡлап популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк. Яңы объекттағы онлайн-тапшырыуҙар системаһы артистарҙың һәм коллективтарҙың иң яҡшы сығыштарының яҙмаларын йәки туранан-тура ҡарарға һәм тыңларға мөмкинлек бирә.
Ойоштороусылар яңы концерт залы ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әүерелер тигән өмөттә.
Фото: contenta.info