Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Май 2023, 14:59

Футбол уйнау хыялдарында ла юҡ ине

 Табиптар  әсәнең бөйөрөн улына  күсереп ултыртты...    

Футбол уйнау хыялдарында ла юҡ ине
Футбол уйнау хыялдарында ла юҡ ине

Өфөләге футбол майҙанында ағзалары күсереп ултыртылған пациенттар менән уларҙы дауалаған табиптар осрашты. Республикала 1996 йылдан алып бөйөр күсереп ултыртыу менән шөғөлләнәләр, ә бауыр һәм йөрәкте күсереү әмәлиәттәре 2013 йылдан башҡарыла. Быйыл ғына ошондай 14 операция үткәрелгән.

Бынан 11 йыл элек Вадим Йәнбирҙиндың әсәһе улына икенсе тапҡыр тормош бүләк итте.  Табиптар  әсәнең бөйөрөн улына  күсереп ултыртты.

Был ваҡиғанан һуң ғаилә ике тапҡырға ҙурайҙы.  Хәҙер Вадим футбол турнирына биш йәшлек улы Арсен һәм ҡыҙы Яна менән йөрөй.  Уның командаһында Шаран районынынан килгән Илдус Ямалиев та бар. Йөрәк күсереп ултыртыу операцияһын үткәргән ир хәҙер хатта футбол уйнай. Ситтән ҡарағанда барыһы ла ҡәҙимге футболсылар кеүек, әммә уларҙың спорт майҙанына сығыуы үҙе ҙур ҡаҙаныш. Яңы ғына йәшәү менән үлем араһында булған, ағзалар трансплантацияһын үткәргән  кешеләр тип уйламаҫһың да. Спорт, ниһайәт, уларҙың тормошон нормаға килтерә.

Республика кардиология үҙәге, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы  һәм 21-се ҡала дауаханаһы табиптары һәм трансплантологтары үҙҙәренең пациенттары  менән бына ун йылға яҡын инде шундай спорт ярыштары үткәрә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
 
Автор:
Читайте нас: