Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Май 2023, 12:04

Проект уңышлы булып сыҡҡан

Автомобиль йыуыу  урыны уңайлы ерҙә  урынлашҡан һәм тиҙ арала автоһәүәҫкәрҙәр араһында популярлыҡ яулай башлай    

Проект уңышлы булып сыҡҡан
Проект уңышлы булып сыҡҡан

Баҡалы районында  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. 

Эшҡыуарҙар Айгөл һәм Илнур Зиннуровтар 2022 йылда Баҡалы районының Баҡалы ауылында автомобилдәрҙе  үҙең йыуыу буйынса  хеҙмәтләндереү эшен аса. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дүрт  бокслы бина төҙөлө һәм яңы ҡорамал ҡуйыла. Әммә бизнестың тиҙ башланыуына инженер селтәрҙәренә тоташтырылмау ҡамасаулай, процесс оҙаҡҡа һуҙыла.

Эштәрҙе тиҙләтеү маҡсатында Айгөл Зиннурова Баҡалы районы хакимиәтендәге «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә мөрәжәғәт итә.

Был хаҡта райондың бизнес -  шәрифе Илнур Ғәиззәтуллин хәбәр итә.

“Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма менән берлектә хәл итеү юлын таптыҡ, юл яны сервисы объекты эшләй башланы”, -ти ул.

Ысынлап та проект уңышлы булып сыға. Автомобиль йыуыу  урыны уңайлы ерҙә  урынлашҡан һәм тиҙ арала автоһәүәҫкәрҙәр араһында популярлыҡ яулай башлай. Эшҡыуарҙар машина йыуыу алдынан сираттарҙың барлыҡҡа килеүен күргәс, өҫтәмә бокстар асырға була.

2023 йылдың майынан бинаны төҙөкләндереү  эштәре бара, уға яңы инә торған юлдар әҙерләнә. Бокстарҙың береһендә транспортты йыуыу ҡаралған, тимәк  яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-05-24/proekt-u-yshly-bulyp-sy-an-3270062

 

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: