Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Май 2023, 12:06

Быйыл был күрһәткестәр күпкә артҡан

Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә...    

Быйыл был күрһәткестәр күпкә артҡан
Быйыл был күрһәткестәр күпкә артҡан

2023 йылдың тәүге дүрт ай һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Башҡортостанда, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, күсемһеҙ милек объекттарын иҫәпкә алыу һаны 25 процентҡа артҡан. Быйыл “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан 75,5 мең тирәһе иҫәп эше атҡарылһа, былтыр был һан 60,4  мең булған.  

- Башҡортостанда кадастр иҫәбенә ҡуйылған күсемһеҙ милек объекттары һанының үҫеше күҙәтелә. Республикала был процедураның уртаса ваҡыты 1,8 көн тәшкил итә. Рәсәйҙә был күрһәткес - 2,5 көн. Волга буйы федераль округында был хеҙмәтте күрһәтеү буйынса беренсе урынды биләй, - тине “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был үҫеш Берҙәм күсемһеҙ милек реестрын тултырыу буйынса төбәк “юл картаһы”н тормошҡа ашырыу менән бәйле. Берҙәм күсемһеҙ милек реестрын күсемһеҙ милек объекттары тураһында мәғлүмәттәр менән тултырыу – “Милли киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһы” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу буйынса төп йүнәлештәренең береһе. Былтыр Башҡортостан был программаға пилот төбәк булараҡ ҡушылғайны.

Петр Клецтың билдәләүенсә, “Росреестр” белгестәре күсемһеҙ милекте, бигерәк тә социаль әһәмиәтле һәм инвестиция проекттарын иҫәпкә алыу һәм теркәү процедураһын айырыуса контролдә тота. Төҙөүселәр менән бергә кәңәшмәләр үткәрелә, ҡыҫҡа ваҡытта күсемһеҙ милек объекттарын иҫәпкә алыу, теркәү буйынса ҡарарҙар табыла. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жильё и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: 9111.ru

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: