Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2023, 15:35

Китапхана фонды байытылған

Балаҡатай районының үҙәк китапханаһы фонды 1,5 мең дана китапҡа тулыланған.    

Китапхана фонды байытылған
Китапхана фонды байытылған

Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) уңышлы атҡарылып килә. Ошо арала Балаҡатай районының үҙәк китапханаһы фонды 1,5 мең дана китап менән тулыланған. Был турала район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығынан хәбәр итәләр.

Учреждениеға яңы китаптар һатып алынған: рус һәм инглиз телдәрендә классик әҫәрҙәр, инглиз, француз һәм ҡытай телдәрен өйрәнеү буйынса һүҙлектәр һәм үҙаллы өйрәнеү әсбаптары, шулай уҡ Брайль шрифты менән баҫылған китаптар. Һатып алыр алдынан китапханасылар баҫмаларҙы уҡыусылар араһында популярлыҡ менән файҙаланған темалар статистикаһын өйрәнгән. Заманса белемде үҫтереү китаптары, мажаралар, нәфис әҙәбиәт, белешмәләр, шиғырҙар, әкиәттәр, 3D-һүрәтле һәм 4D-энциклопедиялар – былар барыһы ла китапхананы заманса яңыртҡандан һуң китап кәштәләрендә урын аласаҡ.

2019 йылда илдә Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән милли проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Уларҙың береһенең, “Мәҙәниәт” милли проектының үҙәгендә – илдең мәҙәни байлығын халыҡҡа яҡыныраҡ итеү, кешеләргә мәҙәни ҡиммәттәр булдырыуҙа ҡатнашыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Фото: mcbbaisheva.ru/news/item/475

Автор:
Читайте нас: