Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Май 2023, 12:27

Айнур фатирын түҙемһеҙләнеп көткән

Ғафури районында был мәсьәләгә етди ҡараш булдырылған.    

Айнур фатирын түҙемһеҙләнеп көткән
Айнур фатирын түҙемһеҙләнеп көткән

Һәр кем өсөн торлаҡлы булыу – ҙур бәхет. Ғафури районынан Айнур Кәримов та үҙ фатирын түҙемһеҙләнеп көткән. “Бөгөн  ихлас күңелдән йәш егеткә фатир асҡысын тапшырҙым. Был – беҙҙә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эштең эҙмә-эҙлекле һәм планлы рәүештә алып барылыуы һөҙөмтәһе”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.

Ғафури районында был төркөм граждандар сираты кәмегәндән-кәмей. Йыл аҙағына тиклем кәм тигәндә тағы ике кешенең торлаҡ шарттарын яҡшыртмаҡсылар. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Милли проекттың төп маҡсаттары – уртаса килемле ғаиләләр ҙә һатып алырлыҡ торлаҡ менән тәьмин итеү, шул иҫәптән уларға, ипотека кредитын файҙаланып, торлаҡты һатып алыу мөмкинлеген биреү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу, граждандарҙың уңайлы ҡала мөхитен булдырғанда туранан-тура ҡатнашыуы, йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү.

Фото: vk.com/fchingizov

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас: