Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Май 2023, 09:36

Күмертауҙар таҙа урында йәшәргә теләй

Күмертауҙа “Таҙа ил” проектын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр алып барыла    

Күмертауҙар таҙа урында йәшәргә теләй
Күмертауҙар таҙа урында йәшәргә теләй

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин эш сәфәре менән Күмертау ҡалаһында булды. Сәфәр барышында ул Күмертау ҡалаһы сиктәрендә рөхсәтһеҙ сүплекте юҡ итеү буйынса алып барылған эштәр барышын тикшерҙе.

Эштәр урынында Илдар Ғарифуллин ҡала етәкселеге һәм подряд ойошмаһы вәкилдәре менән осрашты. Яҡтар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаған объектты бөтөрөү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе тикшерҙе.

– Республика “Таҙа ил” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Санкцияланмаған сүплекте бөтөрөү тирә-яҡ мөхит торошон яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Әлеге ваҡытта эштәр башланған, изоляция материалдары һатып алына, – тип билдәләне Илдар Ғарифуллин.

Тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды бөтөрөү ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Экология” милли проекты маҡсаттарына өлгәшергә, шулай уҡ республика халҡының йәшәү сифатын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Таҙа ил” федераль проекты тирә-яҡ мөхиткә зыян килтергән иң хәүефле объекттарҙы тергеҙеүгә, ҡала сиктәрендә законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгән.

 

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. 

Автор:
Читайте нас: