Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Май 2023, 12:00

Эшҡыуар һәр яҡлап ярҙам алды

Стәрлебаш районы фермеры баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙә һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итә.  

Эшҡыуар һәр яҡлап ярҙам алды
Эшҡыуар һәр яҡлап ярҙам алды

Стәрлебаш районы фермеры баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙә һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итә.

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы үткәрелгән "Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре"нең береһендә Стәрлебаш районы фермеры Вадим Кинйәбыҙов һыйыр малын һимертеү базаһын төҙөү буйынса инвестиция проектын ҡарауға ғариза бирҙе.

Һуңғараҡ асыҡланыуынса, эшҡыуар баҫыуҙарҙы пестицидтарҙан дрондар ярҙамында эшкәртә башларға ниәтләй. Идеяны хуплайҙар һәм әҙерлек башлана. Пилотһыҙ аппараттар һатып алырға, улар менән идара итергә өйрәнергә кәрәк ине.

Һәм бына 11 майҙа Вадим Кинйәбыҙов пилотһыҙ осоу аппараттары менән таныштырҙы. Бындай алым ваҡытты экономияларға мөмкинлек бирә, сәсеү сифатын күтәрә. Һис шикһеҙ, был киләсәк уңышта ла яҡшы сағылыш табасаҡ.

Бынан тыш, Стәрлебаш районы башлығы менән осрашыу йомғаҡтары буйынса Вадим Кинйәбыҙовҡа һимертеү базаһын төҙөү өсөн ер участкаһы һайлауҙа, шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыуға рөхсәт алыуҙа булышлыҡ итеү бурысы йөкмәтелде. Әле эшҡыуарҙың проектын “берҙәм тәҙрә” режимында әҙерләйҙәр.

Хөрмәтле эшҡыуарҙар һәм Стәрлебаш районында эшҡыуарҙар сафын тулыландырырға теләүселәр! Һеҙҙе "Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре"нә саҡыралар. Улар эшҡыуарҙың власть менән үҙ-ара эшмәкәрлеген яйға һалырға һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә ярҙам итә.

Стәрлебаш районының бизнес-шәрифе - Айнур Наил улы Йоносов. Шылтыратығыҙ! Телефондар: 89178088797, 834739-22009.

Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: