Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Май 2023, 14:01

Дәүләкәндә – яңыртылған парк!

Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы яңы төҫ алды    

Дәүләкәндә – яңыртылған парк!
Дәүләкәндә – яңыртылған парк!

Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы яңы төҫ алды  

 
 
Дәүләкәндә – яңыртылған парк!
 
Дәүләкәндә – яңыртылған парк!

Дәүләкән ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект «Жилье и городская среда»)  буйынса төҙөкләндерелгәндән һуң мәҙәниәт һәм ял паркын тантаналы асыу сараһы үтте.

 Йәмәғәт биләмәһендә эштәр ике йыл дауамында барҙы. Хәҙер паркта хәүефһеҙ япмалы заманса балалар майҙансығы, төрлө тренажерҙар менән воркаут зонаһы һәм уратылған футбол майҙансығы бар. Улар балаларҙы ла , йәштәрҙе лә үҙенә тартып торор.Шулай уҡ яңы эскәмйәләр, урналар ҡуйылған, йәйәүлеләргә юл һалынған, урам яҡтыртҡыстар көйләнгән.

 “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы үҙҙәренең ҡалаларын төҙөкләндереү мәсьәләләренә әүҙем йәлеп итеүҙе лә иғтибар үҙәгендә тота.  Бынан тыш был проекттың төп маҡсаты – йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.

Фото: bash.news

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас: