Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Май 2023, 18:30

Ял итергә нәҡ ошонда барыр инем!

Бында 1834 йылдан үҫкән иң боронғо ҡарағас - үҙе тере тарих.     

Ял итергә нәҡ ошонда барыр инем!
Ял итергә нәҡ ошонда барыр инем!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәле рус яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында булды. Бер нисә аҙна элек бында территорияны реконструкциялау һәм төҙөкләндереү башланғайны.

Былтыр ҡаланың 10 популяр проекты араһынан өфөләр тауыш биреү юлы менән Аксаков исемендәге баҡсаны яңыртыуҙы һайлағайны. Уны  РФ Президенты Владимир Путин указына ярашлы барлыҡҡа килгән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндереләсәк объекттар исемлегенә индерҙеләр.

Подряд ойошмаһы етәксеһе Сергей Минеев һөйләүенсә, парктың мәҙәни мираҫ объекттары булған тарихи зоналарын һаҡлап ҡалыу өсөн тырыштылар. Аксаков исемендәге баҡсала тарихи аллея, йәйге амфитеатр, әҙәби ҡунаҡ бүлмәһе, ваҡиға майҙансығы, хәүефһеҙ япмалы балалар уйын комплексы, асыҡ китапхана барлыҡҡа киләсәк. Шулай итеп, бында төрлө йәштәгеләр өсөн ял итеү өсөн шарттар булдырырға ниәтләйҙәр.

Республика Башлығы парк зонаһында һәм спорт майҙансығында урынлаштырыуҙы күҙ уңында тоторға ҡушты. Радий Хәбиров шулай уҡ эскәмйәләр, беседкалар һәм яҡтыртыу менән йәйәү йөрөү зонаһын төҙөкләндереүҙең мөһимлеген билдәләне.

Архитекторҙар XIX быуат стилендә фонарҙар ҡуйып, төҙөкләндереүгә ретро-мотив индерергә вәғәҙә бирә. Тиҙҙән төҙөүселәр парктағы быуаны сүп-сарҙан һәм ылымыҡтан таҙартасаҡ, һыу ятҡылығы ярын төҙөкләндерәсәк. Реконструкциянан һуң бында аҡҡоштар ҙа ҡайтыр, тигән өмөт бар.

Проекттың баш архитекторы Юлиә Мөхәмәтйәрова әйтеүенсә, реконструкция ваҡытында ҡиммәтле ағастар һаҡланасаҡ. 1834 йылдан баҡсала үҫкән иң боронғо ҡарағас - үҙе тере тарих. 

Башҡортостан башлығы Өфөлә тағы бер нисә урман-парк зонаһын төҙөкләндерергә кәрәклеген билдәләне.

- Тәү сиратта беҙ иң насар хәлдә булған биләмәләргә тотондоҡ. Черниковка, Сипайлово, Затон парктарын тәртипкә килтерҙеләр. Ленин паркын да төҙөкләндерергә уй бар. Уны нисек яңыртыу тураһында ентекле уйлайбыҙ. Башҡортостан урмансылары исемендәге паркты ла тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, пландар ҙур, был йәһәттән эште туҡтатмайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ төҙөүселәр һәм архитекторҙар менән Пушкин һәм Яңы күпер урамдарынан инеү яғын реконструкциялауҙы тикшерҙе. Сергей Аксаков исемендәге баҡсаны 2023 йылдың октябренә тапшырырға планлаштыралар.

- Беҙ профессионалдар менән кәңәшләшәбеҙ, халыҡтың фекерен тыңлайбыҙ. Был урын ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары араһында популяр булыр тип ышанам, - тине Радий Хәбиров.

Фото: https://vk.com/wall-28379720_8269

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: