Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Апрель 2023, 11:45

Ябай китапхананы замансаға әүерелдереп була

Проекттың төп маҡсаты ла – халыҡты мәҙәниәткә күберәк ылыҡтырыу, был өлкәгә кешеләрҙең ҡатнашлығын арттырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу. 

Ябай китапхананы замансаға әүерелдереп була
Ябай китапхананы замансаға әүерелдереп була

“Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, Балаҡатай районы үҙәге Яңы Балаҡатайҙа үҙәк китапхананы модель китапханаға әүерелдереү эше бара. Был хаҡта райондың мәҙәниәт бүлеге хәбәр итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, телгә алынған проект – ул дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы барлыҡҡа килгән төрлө йүнәлешле бихисап милли проекттарҙың береһе. Улар барыһы ла ил халҡы тормошон һәр яҡлап яҡшыртыуға, ыңғай шарттар тыуҙырыуға, йәмғиәттең үҫешен тәьмин итеүгә, илебеҙ ауыл-ҡалаларының йөҙөн заманса, уңайлы итеүгә йүнәлтелгән.  

“Мәҙәниәт” милли проекты Башҡортостанда бик уңышлы атҡарылып килә, уны тормошҡа ашырыу буйынса республикабыҙ Рәсәйҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Тап ошо проект ярҙамында мәҙәни ойошмалар, сәнғәт йүнәлешендә белем биргән уҡыу йорттары, балаларҙа ижади һәләтте үҫтереүгә булышлыҡ иткән музыка, сәнғәт мәктәптәре һәм башҡалар, бер һүҙ менән әйткәндә, республикала мәҙәни өлкәгә мөнәсәбәте булған һәр нәмә тип әйтерлек ифрат матур үҙгәрештәр кисерә, матди-техник базалары яңыртыла, биналар ремонтлана, яңылары асыла.

Проекттың төп маҡсаты ла бит – халыҡты мәҙәниәткә күберәк ылыҡтырыу, был өлкәгә кешеләрҙең ҡатнашлығын арттырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу. Ә бының өсөн яҡшыраҡ шарттар булдырыу кәрәк икәне бәхәсһеҙ. Шул айҡанлы барлыҡҡа килгән автоклубтар ғына ла ни тора! Улар иң төпкөлдәге ауылға ла тотош концерт ойошторорлоҡ аппаратура, сәхнәһе менән бергә барып килеп етә ала.

Проекттың файҙалы яҡтарын күрһәтер өсөн миҫал итеп алдараҡ телгә алынған Балаҡатай китапханаһын алайыҡ. Уның төп йүнәлеше – рус халҡының мәҙәни мираҫын һәм ошо халыҡтың милли үҙенсәлеген һаҡлау.

Модель китапхана итеп киңәйтеү өсөн әле Яңы Балаҡатайҙағы ойошмаға заманса йыһаз алынған, китап фонды яңыртылған, хеҙмәткәрҙәр белем кимәлен күтәргән. “Этномир” тип аталған ижади лаборатория асылған. Яңы ҡорамалдар ҙа килтерелгән – сигеү машинаһы һәм туҡыу станогы. Машинаның рус телендә яҙылған сенсор дисплейы бар, был, әлбиттә, ҡоролманы йәһәтерәк төшөнөп алыуға булышлыҡ итә. Бынан тыш, уны флешкаға йә компьютерға тоташтырырға мөмкин, ә был төрлө ҡатмарлыҡтағы биҙәктәрҙе сигергә, яңыларын уйлап сығарырға мөмкинлек бирә!

Бына ошо бер миҫал ғына ла “Мәҙәниәт” милли проектының ни кимәлдә үҫеш, алға китеш бирә алғаны тураһында асыҡ һөйләй. Башҡортостанда ундай заманса китапханалар арта ғына барыр.

Фото: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: