

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында ауыл хужалығы етештереүселәренә тоҡомло мал һәм ҡош-ҡорт аҫрауға субсидиялар биреү өсөн заявкалар һәм документтар ҡабул ителә башланы. Федераль һәм төбәк бюджеттарынан ошо маҡсатҡа 2023 йылда 165 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған. Субсидияның ставкаһы һәр шартлы баш малға 3,5 мең һум тәшкил итәсәк.
- Бөгөн беҙгә малсылыҡта тоҡомсолоҡ эшен көсәйтергә кәрәк, был - тармаҡ үҫешенең төп критерийҙарының береһе, айырыуса һөт малсылығында. Төбәктә индустриаль һөт фермалары һанын ярайһы уҡ арттырырға планлаштырыуыбыҙҙы иҫәпкә алып, беҙгә юғары продуктлы мал етештереүҙе үҫтерергә кәрәк, - тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Башҡортостанда 81 тоҡомсолоҡ ойошмаһы һаҡланған һәм эшләп килә, уларҙың 51-е һөтсөлөк малсылығында эшләй. Дәүләт ярҙамы ошондай хужалыҡтарҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итәсәк.
Субсидия биреүгә документтар 2023 йылдың 7 февраленән 17-һенә тиклем 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы 106, 409-сы бүлмә адресы буйынса (урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем) ҡабул ителә.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Автор фотоһы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан