Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
8 Февраль 2023, 10:43

Идарасы кадрҙар әҙерләйҙәр

Республикала 37 предприятиенан 116 етәксе программа буйынса белемен камиллаштырған.  

Идарасы кадрҙар әҙерләйҙәрИдарасы кадрҙар әҙерләйҙәр
Идарасы кадрҙар әҙерләйҙәр

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Бөтә Рәсәй тышҡы сауҙа академияһы менән берлектә ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашҡан предприятиелар өсөн идарасы кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән “Етештереү лидерҙары” курсын ойоштора. Ошо туралағы онлайн-конференцияла программаның структураһы, курстар һаны, 2023 йылда программаға һайлап алыу үҙенсәлектәренә ҡағылған мәсьәләләр ҡуҙғатылды.

Шулай уҡ белем алыуҙы планлаштырған предприятие вәкилдәре ойоштороусыларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.

– “Етештереү лидерҙары” – йылдам үҙгәрештәр осоронда хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу ҡеүәтен һаҡлап ҡалыу өсөн етәксегә кәрәкле иң яҡшы донъя компетенцияларына нигеҙләнгән идарасы кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән дәүләт программаһы. Предприятие директорҙары һәм милекселәре, коммерция директорҙары, етәксенең етештереү, персонал буйынса урынбаҫарҙары, маркетинг өлкәһендәге бүлек етәкселәре белемен камиллаштырыу мөмкинлегенә эйә. Әле республикала 37 предприятиенан 116 етәксе мөмкинлектән файҙаланып, программа буйынса уҡып сыҡты, – тине иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Программа биш айға иҫәпләнә һәм көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу модулдәрен үҙ эсенә ала. Быйыл бөтәһе өс уҡыу курсы планлаштырылған. Сара федераль бюджет аҡсаһына ойошторола.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: economy.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

 

Автор:
Читайте нас