Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Февраль 2023, 09:49

Театр сынъяһау буласаҡ

Өҫтәүенә, яңы бинала 25 урынлыҡ конференциялар, репетициялар  залдары, художество оҫтаханаһы һәм башҡалар урынлашасаҡ.

Театр сынъяһау буласаҡ
Театр сынъяһау буласаҡ

Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын үҙгәртеп ҡороу һәм иҫке бинаға дүрт ҡатлы төкәтмәне төҙөү дауам итә.

- Бөгөн өфөләр театрҙың әкренләп яңырыуын күҙәтә ала. Бер нисә аҙнанан бина тулыһынса яңы ҡиәфәткә инәсәк, - тип хәбәр итте төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Бөгөн төҙөлөш майҙансығында 100 тирәһе кеше, биш берәмек техника эшләй. Генераль подрядсы төкәтмәне күтәреүҙе тамамлаған. Объектта биҙәү, эске инженер коммуникацияларҙы монтажлау эштәре бара. Ҡыйыҡты һәм тышҡы инженер селтәрҙәрен ҡороу тамамлана.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, театрҙы үҙгәртеп ҡороу Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына әҙерлек сиктәрендә атҡарыла. Был юбилей киләһе йылда көтөлә. Үҙгәртеп ҡорғандан һуң театрҙа 300 урынлыҡ, яңыртылған сәхнә ҡорамалдары булған ҙур һәм 135 урынлыҡ бәләкәй залдар буласаҡ. Яңы төҙөлгән төкәтмә бинала 25 урынлыҡ конференциялар, репетициялар  залдары, художество оҫтаханаһы һәм башҡалар урынлашасаҡ. Проект шулай уҡ “Әкиәт” скверын һәм яҡын-тирәләге биләмәне төҙөкләндереүҙе лә күҙаллай. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала төҙөлөшө” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: building.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: