Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Февраль 2023, 10:10

Экспортты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде

Хөкүмәт Рәйесенең беренсе урынбаҫары был хаҡта  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса төбәк башлыҡтары менән селектор кәңәшмәһе барышында белдерҙе.

Экспортты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде
Экспортты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде

Элек милли маҡсаттарҙың береһе булараҡ билдәләнгән Рәсәйҙең сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған  экспортын үҫтереү бурысы бөгөн айырыуса әһәмиәткә эйә. Был процесҡа Рәсәй Федерацияһы субъекттарын һәм губернаторҙар корпусын әүҙем йәлеп итеү һәм ҡатнашыу үтә мөһим. Был хаҡта  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса төбәк башлыҡтары менән селектор кәңәшмәһе барышында Хөкүмәт Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов белдерҙе.

Беренсе вице-премьер Рәсәй Президенты Владимир Путиндың стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Совет ултырышында Рәсәй иҡтисадын уңышлы үҫтереү өсөн хәл ителергә тейешле алты төп бурыс ҡуйыуын хәтергә төшөрҙө. Рәсәй Президенты яңы баҙарҙар үҙләштереүҙе, дуҫтарса мөнәсәбәттәге илдәр менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыуҙы тәү бурыстар тип билдәләне.

Андрей Белоусов һүҙҙәренсә, күп кенә төбәктәр әлеге ваҡытҡа тиклем экспорт тәртибенә бер аҙ йәлеп ителгән, һәм бөгөн уларға дуҫ илдәр менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе киңәйтеү буйынса эште әүҙемләштерергә кәрәк.

"Әлегә тиклем сеймал булмаған энергетикаға ҡарамаған экспортҡа булышлыҡ итеү буйынса сәйәсәт Рәсәйҙең экспорт потенциалы каркасын тәшкил иткән ҙур компанияларға һәм корпорацияларға ҡарата төҙөлгән. Әммә бөгөн был процесҡа уртаса компанияларҙы һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты йәлеп итмәйенсә Көнсығышҡа, Көньяҡ-көнсығышҡа һәм Көньяҡҡа экспорт ҡеүәтен йүнәлтеү мәсьәләһен хәл итеү мөмкин түгел. Был эштә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һәм губернаторҙар корпусының әүҙем ҡатнашыуы бик мөһим», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Белоусов.

Хөкүмәт Рәйесенең беренсе урынбаҫары билдәләүенсә, эштәр алып барыла ла инде. Рәсәй экспорт үҙәге һәм Иҡтисади үҫеш министрлығы федераль кимәлдә төбәктәрҙә экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәктәрен үҫтереү өҫтөндә эшләй. Әммә был процеста төп ролде федерация субъекттарының башҡарма власы башҡара.

Вероника Никишина билдәләүенсә, экспорт Рәсәй иҡтисадын үҫтереү өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙәң береһе булып ҡала.

«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» («Международная кооперация и экспорт») милли проектында федераль кимәлдә бик күп ярҙам инструменттары һәм төбәктәр өсөн берҙән-бер формаль күрһәткес бар: Төбәк экспорт стандартын индереү. Был - төбәктәргә иң яҡшы тәжрибәләр кимәлендә уларҙың экспорт стратегияһын тормошҡа ашырырға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән 15 инструменттан торған йыйылма. Әммә был төбәктәрҙең экспорт ҡеүәтен нисек тормошҡа ашырыуын баһалау буйынса мөмкин булған берҙән-бер критерий түгел», - тип һөйләне Рәсәй экспорт үҙәге башлығы.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең 2.0 төбәк экспорт стандарты сараларын һәм үҙ инструменттарын индереү тәжрибәһе тураһында һөйләне.

"Төбәк экспорт стандарты инструменттарын ҡулланыу юғары һөҙөмтәлелек күрһәткән йүнәлештәр бар. Мәҫәлән, "Сит ил баҙарҙарында булыуҙы тәьмин итеү" йүнәлеше буйынса сит илдә Башҡортостан вәкилдәре селтәрен булдырабыҙ. Улар үҙ эшмәкәрлеген Рәсәй сауҙа вәкиллектәре составында тормошҡа ашыра. Белоруссияла, Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда һәм Ҡытайҙа эшләйҙәр. Яҡын арала Иран һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре солғанышында буласаҡ. Уларҙың төп бурысы - экспортты арттырыу һәм сит ил инвестицияларын тура йәлеп итеү. Вәкилдәрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә беҙҙә сит ил инвесторҙары менән уртаҡ проекттар яҡынса 9,5 миллиард һумға тормошҡа ашырыла», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры.

Кәңәшмә барышында беренсе вице-премьер федераль кимәлдә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының төбәк экспорт стандартын индереү сифатын һәм төбәктең экспорт ҡеүәтен уңышлы тормошҡа ашырыуҙы үлсәү планлаштырылыуын хәбәр итте. Төбәк инвестиция стандарты булған төбәктәр эшен анализлау кеүек үк был эшкә Эшлекле берләшмәләр һәм стратегик башланғыстар агентлығы йәлеп ителәсәк.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20094/

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: