Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Февраль 2023, 09:52

Башҡортостан 113 ил менән сауҙа итә

Башҡортостандың агросәнәғәт предприятиелары былтыр 400 мең һумлыҡ продукцияны донъя баҙарында һатты. Экспорт күләме 291 миллион һум тәшкил итте, был 2021 йыл кимәлендә тигән һүҙ.

Башҡортостан 113 ил менән сауҙа итә
Башҡортостан 113 ил менән сауҙа итә

Башҡортостандың агросәнәғәт предприятиелары былтыр 400 мең һумлыҡ продукцияны донъя баҙарында һатты. Экспорт күләме 291 миллион һум тәшкил итте, был 2021 йыл кимәлендә тигән һүҙ.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында аңлатыуҙарынса,  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһында агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” төбәк проекты тормошҡа ашырыла.

“Бөгөнгә республика 113 ил менән сауҙа итә. Тауар әйленешенең 80 проценты экспортҡа тура килә. Былтырғы сеймалға һәм энергетикаға бәйле булмаған экспорт күләменең, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 25 процентҡа артасағы көтөлә, йәғни илебеҙ етәкселегенең 2024 йылға ҡарата экспорт күләмен ике тапҡырға арттырырға тигән бурысы дөйөм алғанда үтәлә”, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Белоусов үткәргән һәм “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмәлә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: “Башинформ” сайтынан.

Автор:
Читайте нас: