Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Февраль 2023, 09:46

Айгизә күндән әйберҙәр эшләй

Айгизә Аҡъюлова күндән төрлө әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә. Эштән буш ваҡытында уға ире лә ярҙам итә. Әлегә социаль селтәрҙәр аша эшләйҙәр, әммә...  

Айгизә күндән әйберҙәр эшләй
Айгизә күндән әйберҙәр эшләй

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышын үткәргән. Унда йәш йүнсел үҙенең яңы проектын тәҡдим иткән.

Айгизә Аҡъюлова күндән төрлө әйберҙәр эшләү менән шөғөлләнә. Эштән буш ваҡытында уға ире лә ярҙам итә. Әлегә социаль селтәрҙәр аша эшләйҙәр, әммә киләсәктә үҙ изделиеларын маркетплейстар аша һатыу планлаштырыла. Хәҙер Айгизәнең ҡул менән эшләү өсөн башланғыс ҡорамалдары бар. Әҙер изделиеларҙы сифатлыраҡ һәм тиҙерәк етештереү өсөн теген машинкаһы һәм лазер граверы кәрәк.

Сираттағы «Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә» Айгизәгә бер нисә муниципаль һәм республика программаһы сиктәрендә финанс ярҙамы алыуға конкурстарҙа ҡатнашыу шарттары буйынса консультациялар бирелде. Һәм шуныһы ҡыуаныслы: бындай инициативалы, маҡсатҡа ынтылышлы йәштәр районда көндән-көн күбәйә. Проекттарҙы ҡарап, уларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән бер нисә ҡарар ҡабул ителгән.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-02-04/aygiz-k-nd-n-yber-r-eshl-y-3130077 

Автор:
Читайте нас: