Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Февраль 2023, 11:35

Ҡасандыр бында ер буш ятҡан...

Ә хәҙер был урынды танырлыҡ та түгел!

Ҡасандыр бында ер буш ятҡан...
Ҡасандыр бында ер буш ятҡан...

Салауат районы Малаяҙ ауылындағы көньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә балалар спорт паркы барлыҡҡа килде, тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Элек был урын буш ятҡан. Хәҙер бында – заманса спорт паркы. Уның концепцияһын төҙөүҙә лә малаяҙҙар ҡатнашҡан. Өҫтәүенә, биләмә төҙөкләндерелгән, яңы спорт комплекстары ҡуйылған, тағы бер нисә спорт майҙансыҡтары йыһазландырылған. Быларҙың барыһы ла  Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальынй проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” проекты бурыстарын үтәү һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Муниципалитепт уға бында йәшәүселәрҙең әүҙемлеге һөҙөмтәһендә инде. Проект өсөн 376 кеше тауыш биргән һәм еңеүселәр исемлегенә эләккән. Объект хаҡы 14,34 миллион һумға төшкән.

Һөҙөмтәлә хәҙер был биҫтәлә йәшәүселәргә буш ваҡытында спорт менән шөғөлләнергә, тимәк, һаулығын нығытырға мөмкинлектәр барлыҡҡа килгән. 

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: