Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Февраль 2023, 11:39

Һаҡсыл производство нимә ул?

Башҡортостан предприятиелары һаҡсыл етештереүсәнлек тәжрибәһе менән таныша.

Һаҡсыл производство нимә ул?
Һаҡсыл производство нимә ул?

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, федераль планға ярашлы, Башҡортостандың 18 компанияһы һөҙөмтәле идара итеү алымдарын уңышлы ҡулланған модель предприятиеларына барыу мөмкинлегенә эйә.

Республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов билдәләүенсә, Башҡортостандың төбәк компетенциялары эксперттары ярҙамында һаҡсыл производство ҡоралдарын уңышлы файҙаланып ҡына ҡалмай, ә һөҙөмтәле идара итеү ярҙамында үҙенең производствоһын үҫтергән предприятие модель булып иҫәпләнә. Шулай уҡ федераль компетенция үҙәге баһаһын алып, төбәк компетенциялар үҙәге менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөү ҙә мөһим.

"Бынан тыш модель предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында  (национальный проект  «Производительность труда») ҡатнашыусы булараҡ өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙә генә туҡталып ҡалмай, үҙенең тәжрибәһен тотош производствоға тарата. “Тәжрибәләрен башҡалар менән уртаҡлашҡан компанияларға  рәхмәт”, - тине Айрат Фәхретдинов.

Өфөнөң  "Контроль пакеты” һығылмалы полимер ҡабын етештереү буйынса компанияһын өлгө булараҡ билдәләргә мөмкин. Ул ярты йыл эсендә һаҡсыл технологиялар ҡоралын индерҙе һәм производство күләмен 22 процентҡа арттырҙы. Шул уҡ ваҡытта уға заказды үтәү ваҡытын ике тапҡырға ҡыҫҡарта һәм тамамланмаған производство күләмен 9 процентҡа кәметә алды.

Модель предприятиелары белгестәре программаны тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре менән уртаҡлаша, алынған һөҙөмтәләрен күрһәтә һәм предприятие вәкилдәренең - ҡунаҡтарҙың һорауҙарына яуап бирә. Башҡортостанда милли проект сараларын тормошҡа ашырыу буйынса координатор һәм яуаплы башҡарыусы – төбәктең Иҡтисади үҫеш министрлығы. Бөгөнгө көндә Башҡортостандың 150 предприятиеһы милли проекттың ҡатнашыусыһы булып китте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты 2018 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған. Уның төп маҡсаты – 2024 йылға илдең уртаса һәм ҙур предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешен биш процентҡа арттырыу.

Фото: bash.news

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: