

1 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. Унда милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырғанда тәртип боҙоуҙарға ҡаршы көрәш саралары тикшерелде. Кәңәшмәлә хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары, тәғәйен министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.
– Беҙ республикала тормошҡа ашырылған 58 төбәк проекты буйынса планлаштырылған күрһәткестәргә өлгәшеүҙе тәьмин итәбеҙ. 2022 йылда уларға бөтәһе 48,5 миллиард һум йүнәлтелгән, – тине Радий Хәбиров, ултырышты асып. – Шуға күрә ошо йәһәттән закон боҙоуҙарға юл ҡуймау өсөн саралар күреү мөһим.
Милли проекттар сиктәрендә планлаштырылған ваҡытта ҙур социаль объекттар төҙөлөшөн тамамлау зарур, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Был эш тураһында ентекләберәк республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов һөйләне.
Былтыр проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 39 миллиард һум самаһы аҡса йәлеп ителде, был 2021 йылғы күрһәткестән ике тапҡырға тиерлек күберәк, тине вице-премьер. Был аҡсаға, атап әйткәндә, 28 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәрелгән, 55 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырылған, өс меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған. Шулай уҡ 27 мәҙәниәт учреждениеһы төҙөкләндерелгән, 10 заманса кинозал асылған, 126 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, 146,7 километр автомобиль юлы норматив хәлгә килтерелгән.
2023 йылға пландарҙа – милли проекттар сиктәрендә ете мәктәпте, алты дауахананы һәм поликлиниканы, ете мәҙәниәт учреждениеһын, 17 инженер һәм транспорт инфраструктураһы объектын төҙөп бөтөү, 75 фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡуйыу. Эштәрҙе башҡарыуға дәүләт һәм муниципаль контракттар 2023 йылдың 1 апреленә тиклем төҙөлә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.