Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ғинуар 2023, 16:55

“Урарту” етештереү күләмен арттыра

Был ауыл хужалығы кооперативына 61 кеше ингән.  

“Урарту” етештереү күләмен арттыра
“Урарту” етештереү күләмен арттыра

“Урарту” ауыл хужалығы кооперативына 61 кеше ингән, уларҙың барыһы ла крәҫтиән (фермер) хужалығы менән күптән шөғөлләнә. Кооператив эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – һөт эшкәртеү, һөт ризыҡтары етештереү. Һөттө Мәсетле районының биш ауыл биләмәһенән, шулай уҡ Балаҡатай районынан һатып алалар.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, “Урарту” Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектында (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) әүҙем ҡатнаша. 2018 йылда ауыл хужалығы кооперативы матди-техник базаны үҫтереү программаһы буйынса 28,2 миллион һум күләмендә грант отто. Уға техника һәм ҡорамалдар һатып алды, продукция күләмен арттырҙы.

 – Грант аҡсаһына һөт ташыу машинаһы һәм автофургон-рефрижератор, махсус автотранспорт, һыуытҡыс, заманса һөт эшкәртеү һәм сыр яһау ҡорамалдары, ойоған һөт эсемлектәрен ҡойоу үткәргесен һатып алдыҡ, төп етештереү цехына төкәтмә һалдыҡ, ике һыуытҡыс камераны йыһазландырҙыҡ, – тине кооператив етәксеһе Гагик Аветян. – Шулай уҡ “Айран” һәм “Таң” кеүек эсемлектәр, ҡаты сыр сығара башланыҡ. Әле етештереү ҡеүәтен яңыртыуҙы тамамлап киләбеҙ.

Предприятие “Башҡортостан продукты” билдәһе аҫтында 40-тан ашыу төрлө һөт ризығы етештерә.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: agriculture.bashkortostan.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/391158#scroll

Автор:
Читайте нас: