Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ғинуар 2023, 16:52

“Тәгәрмәсле технопарк”ты түҙемһеҙләнеп көттөләр

Был эш “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

“Тәгәрмәсле технопарк”ты түҙемһеҙләнеп көттөләр
“Тәгәрмәсле технопарк”ты түҙемһеҙләнеп көттөләр

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Баҡалы районының Иҫке Ҡорос ауылына сираттағы тапҡыр күсмә технопарк килде. Мәғлүм булыуынса, был эш республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы тормошҡа ашырыла.

“Тәгәрмәсле” технопарк тәжрибә үткәреү, моделләү һәм конструкторлау өсөн күп йүнәлешле комплексты тәшкил итә. Уның эсендә төрлө ҡулайламалар, 3Д-принтерҙар бар. Технопаркка балалар ҙур теләк менән йөрөй.

Бишенсе класс уҡыусылары командаһы “Лего” конструкторҙарынан роботтар эшләй. Етенсе кластар ауылда ял итеү киңлеген әҙерләү менән шөғөлләнә. Бер төркөм балалар аквапаркты проектлай, икенселәр ял зонаһы менән баҡса проектын тәҡдим итә, өсөнсө төркөм иһә ҡоролоҡ осоронда баҫыуҙы автоһуғарыу моделен уйлап таба.

Мәктәп директоры Павел Марков әйтеүенсә, уҡыусылар технопарктың килеүен түҙемһеҙләнеп көттө, үҙенсәлекле идеялар әҙерләне.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/391497#scroll

 

Автор:
Читайте нас: