Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ғинуар 2023, 16:57

Һорауҙарығыҙҙы биреп ҡалығыҙ

Сара “Росреестр”ҙың 15 йыллығына арналған.

Һорауҙарығыҙҙы биреп ҡалығыҙ
Һорауҙарығыҙҙы биреп ҡалығыҙ

Башҡортостанда күсемһеҙ милек һәм ер төҙөлөшө архивтарынан мәғлүмәттәрҙе биреү буйынса “ҡыҙыу элемтә” үткәрелә. Сара 26 ғинуарҙа 13 – 16 сәғәттә ойошторола. Республика халҡының һорауҙарына 8(347) 222-20-10 телефоны буйынса “Роскадастр” белгестәре Светлана Владимировна Мауль һәм Денис Фидарис улы Хөсниәров яуап бирә. Сара “Росреестр”ҙың 15 йыллығына арналған.

“Росреестр”ҙың төбәк матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2023 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт фондының ер төҙөлөшө буйынса реестр эштәре һәм материалдары архивы “Роскадастр”ҙың Башҡортостан буйынса филиалына тапшырылған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Әйткәндәй, милли проект ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн Башҡортостанда дүрт төбәк проекты раҫланған: "Торлаҡ", "Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү", "Ипотека" һәм "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу".

Фото: gov.karelia.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: