Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ғинуар , 11:33

Полилингваль мәктәптәр селтәре үҫешә

Бындай мәктәптәр туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә.   

Полилингваль мәктәптәр селтәре үҫешә
Полилингваль мәктәптәр селтәре үҫешә

Бөгөн Башҡортостанда дүрт полилингваль мәктәп эшләй: икәүһе – Өфөлә, тағы икәүһе – Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта. Уларҙа асылған 158 класта 4800 уҡыусы белем ала. Шулай уҡ яҡын киләсәктә Учалыла, Аҡъярҙа, Мишкәлә, Асҡында, Үрге Тәтешлелә һәм Бишбүләктә яңы полилингваль белем биреү учреждениелары барлыҡҡа киләсәк.

Республикабыҙ Башҡортостан халыҡтары телдәре нигеҙендә полилингваль мәктәптәр ойоштороуға курс алған төбәк булараҡ танылыу яулай бара. Әле үк башҡорт һәм татар телдәре нигеҙендәге ошондай белем усаҡтары уңышлы эшләй, сиратта – мари, удмурт, сыуаш телдәрен өйрәнеүҙе йүнәлеш итеп аласаҡ мәктәптәр асыу. Полилингваль белем биреүҙе тормошҡа ашырыу, Башҡортостан Республикаһының милли һәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, мәғариф системаһының инновацион үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш.

Өфө ҡалаһының Дим районында асылған 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһы ла уңышлы эшләп килә, үҙен алдынғы белем усағы булараҡ таныта бара. Бөгөн бында 1255 уҡыусы белем ала. Быйыл алты I класс йыйғандар. Ошо уҡыу йылында тәүге XI класс – бөтәһе 17 егет һәм ҡыҙ гимназияны тамамларға йыйына.

Гимназия Дим районы буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиада хәрәкәтендә икенсе урынды яулаған, “Йәш һөнәрмәндәр” (Ворлдскиллс) чемпионатында ла призлы урындарға лайыҡ булғандар. Бында дүрт “Шайморатовсы класы” асылып, уларҙың штаб-фатиры булдырылған.

Кескәйҙәр I кластан уҡ шахмат уйынына өйрәнә. Бынан тыш, баскетбол, волейбол, футбол, еңел атлетика, милли көрәш, көнсығыш көрәш алымдары кеүек спорт секциялары эшләй. Башҡортостан һәм донъя мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү рус, башҡорт, инглиз, немец, француз телдәре аша алып барыла, улай ғына ла түгел, баланы ҡыҙыҡһындырыу буйынса клубтар эшләй. “IT-Куб” һанлы мәғариф үҙәге, “СМАРТ-ТВ” студияһы һәм башҡа түңәрәктәр төрлө яҡлап үҫешкә булышлыҡ итә.

- Эшмәкәрлектә төп баҫымды тәрбиәгә яһайбыҙ. Тәртип булған ерҙә уҡыуға ынтылыш та, берҙәмлек тә, уңыш та була, - ти гимназия директоры Наил Радик улы Әминев.

Полилингваль белем биреү, балаларҙың һәләттәрен асыу, мәктәптә улар өсөн заманса шарттар булдырыу Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. Белеүебеҙсә, был проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланды һәм илебеҙҙә, шул иҫәптән республикабыҙҙа уңышлы ғәмәлгә ашырылып килә.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас в