Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ғинуар , 11:28

Үҙ мөйөшөң булыуға ни етә!

Бер меңгә яҡын етем бала торлаҡ менән тәьмин ителгән

Үҙ мөйөшөң булыуға ни етә!
Үҙ мөйөшөң булыуға ни етә!

Былтыр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тарафынан  етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 945 бала торлаҡ менән тәьмин ителгән. Республиканың муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре тарафынан етем балаларға торлаҡ һатып алыу өсөн барлығы дөйөм суммаһы 1,5 миллиард һумдан ашыу булған килешеү төҙөлгән.

Был – 2021 йылда ҡаралған аҡсанан 60 процентҡа күберәк, тип хәбәр итте Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

- Былтыр федераль һәм республика бюджетынан етем балаларға торлаҡ һатып алыуға тип бүленгән аҡса 100 процент күләмендә тиерлек файҙаланылды, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарусы Егор Родин.

Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: building.bashkortostan.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас в