Даирә
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Ғинуар 2023, 15:49

Яңы ФАП һынауҙы үтте

Мишкә үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Гәрәев әйтеүенсә, 2022 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ошондай өс ФАП төҙөлгән, барыһы ла   ҡаты һыуыҡ һынауын үткән  

Яңы ФАП һынауҙы үтте
Яңы ФАП һынауҙы үтте

Мишкә районының Яндуған ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ  пункты эш башланы.  Медицина пунктының сафҡа индерелеүе бик ваҡытлы  булды, сөнки иҫкеһе заманса талаптарға яуап бирмәү менән бергә ныҡ туҙған ине. Ауылдың 300-ҙән ашыу кешеһе яңы ФАП-тың асылыуын   түҙемһеҙлек менән көттө.

 – Һеҙ беҙҙең  нисек шатланғаныбыҙҙы күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ, – ти фельдшер Елена Апсадикова. – Бында яҡты, бик йылы, бөтә уңайлыҡтар бар.  Эшкә шатланып барам, һөйөнөп ҡайтам.

ФАП автономлы режимда эшләй, уға бөтә тейешле коммуникация үткәрелгән – һыу, электр уты... Яңы йыһаздар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Мишкә үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Гәрәев әйтеүенсә, 2022 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ошондай өс ФАП төҙөлгән, барыһы ла  ҡаты һыуыҡ һынауын үткән. “Эшселәр эшен намыҫ менән  үтәгән, тимәк”, – ти ул.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2023-01-14/ya-y-fap-ynau-y-tte-3105075 

Автор:
Читайте нас: