Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Ғинуар 2023, 15:47

Боҙаяҙҙа ғаиләләр ярышты

Уйында ҡатнашҡандарҙың барыһы ла быйма кейгәйне...

Боҙаяҙҙа ғаиләләр ярышты
Боҙаяҙҙа ғаиләләр ярышты

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғинуарҙа районда ғаиләләр араһында ярыш уҙғарыла. “Яңы йыл ғаилә уйындары” хәҙер бында яҡшы йолаға әүерелгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, 2022 йылда Ҡырмыҫҡалы районында ике йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Шуларҙың береһе – Боҙаяҙ ауылында. Парктың “йөҙөк ҡашы” – хоккей майҙансығы. Боҙаяҙ, Подлуб, Атйетәр ауылдарынан иң әүҙем ғаиләләр тап ошонда осрашты. Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн төп шарт – команда ағзаларының барыһы ла быйма кейергә тейеш.

Конкурсты ойоштороусылар уйынсыларға ҡатмарлы һынауҙар әҙерләне: сәкән менән тупты йөрөтөү, гол индереү һәм ғаилә эстафетаһы. Зона этабында Сафиндар ғаиләһе еңеү яуланы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/383684#scroll

Автор:
Читайте нас: