Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Ғинуар 2023, 15:08

Данила “Орленок”ка юлланды

Бындай бүләккә ул тырышлығы, әүҙемлеге өсөн лайыҡ булды  

Данила “Орленок”ка юлланды
Данила “Орленок”ка юлланды

Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы эш алып барған “Беҙҙең киләсәк” ресурс үҙәге ирекмәне Данила Белоусов әүҙемлеге һәм тырышлығы өсөн Краснодар крайының Туапсе ҡалаһы янында урынлашҡан “Орленок” бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә юллама менән бүләкләнде.

Данилаға 15 йәш. Ул Иглин ауылының өсөнсө мәктәбендә уҡый. Былтыр “Алпамыш” йәштәр үҙәгенең ирекмәндәр сафына ингән. Ул “Мисс һәм Мистер Көҙ”, “Иглин районындағы СуперӘсәй”, “Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр көнө”, “Ирекмәндәр көнө” кеүек һәм башҡа сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Данила ишле ғаиләнән, уның ике ҡустыһы бар. Ата-әсәһе балаларының һәләттәрен үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һала.  

Башҡортостандан бүтән үҫмерҙәр менән бергә Данила яңы йылдың 12 ғинуарҙан 1 февралгә тиклем дауам иткән тәүге сменаһында “Орленок”ка юлланды. Үҙәк туғыҙ төрлө лагерҙан тора, уларҙың һәр береһенең үҙ йүнәлеше, смена курсы бар. Данила Белоусованың сменаһы “Орленка”тың йәш илселәре – тыныслыҡ хаҡында хәстәрлек” тип атала.

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/383418#scroll

 

Автор:
Читайте нас: