Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Ғинуар 2023, 09:47

Милли проектта ҡатнашыуҙың махсус тәрбибе ғәмәлгә инде

Ул предприятиеларҙа продукция күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

Милли проектта ҡатнашыуҙың махсус тәрбибе ғәмәлгә инде
Милли проектта ҡатнашыуҙың махсус тәрбибе ғәмәлгә инде

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Хөкүмәте предприятиеларҙы ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына (национальный проект “Производительность труда”) индереүҙең махсус тәртибен раҫланы. Хәҙер предприятиеларҙы тармаҡтар буйынса сикләү булмай, төбәктәр махсус тәртипкә ярашлы уларҙы субъект гарантияһы менән милли проектҡа индерә ала.

– Бынан ары, эшмәкәрлек төрөнөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, федераль исемлектәге барлыҡ компаниялар һәм 400 миллион һумдан ашыу килем алған предприятиелар махсус тәртиптә адреслы ярҙам алыуға дәғүә итә ала. Бығаса транспорт, төҙөлөш, сауҙа, ауыл хужалығы йәки эшкәртеүсе компаниялар ғына милли проект нигеҙендә ярҙам алырға хоҡуҡлы ине, – тине республика иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Проект комитетында төбәк власы предприятиеның милли проектҡа инеүен нигеҙләргә һәм дәүләт ярҙамының Рәсәй Федерацияһы субъектының социаль-иҡтисади үҫешенә ниндәй йоғонто яһауын билдәләргә тейеш.

– Предприятиеларҙы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына индереүҙең махсус тәртибе сеймалдан алып аныҡ тауарға тиклемге етештереү сылбырының бөтә этаптарында продукция күләмен арттырырға мөмкинлек бирәсәк. 60 субъектта төбәк компетенция үҙәктәре дәүләт ярҙамы күрһәтәсәк. Айырым маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшелмәгән осраҡта төбәктәр федераль бюджетҡа сығымды ҡапларға тейеш, – тип белдерҙе Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Морат Керефов.

Бер үк ваҡытта милли проектҡа инеүҙең әүәлге төп тәртибе лә ғәмәлдә ҡала, уның буйынса сит илдәр ҡатнашлығы 50 проценттан артмаған предприятиелар ярҙамға дәғүә итә ала.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: newgaztech.ru

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/382943#scroll

 

Автор:
Читайте нас: