Даирә
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Ғинуар 2023, 15:43

Яңы биҫтәлә ете урам төҙөлә

NOVALAND биҫтәһендә эш гөрләй.

Яңы биҫтәлә ете урам төҙөлә
Яңы биҫтәлә ете урам төҙөлә

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡаланың көньяғындағы яңы NOVALAND биҫтәһендә торлаҡ әүҙем төҙөлә.

Йорттар һалыу менән бер рәттән социаль һәм юл инфраструктураһы ла ойошторола. Былтыр унда 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөлә башлаған. Бынан тыш, 21-се һәм 23-сө кварталдарҙа яңы урамдар барлыҡҡа киләсәк.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Торлаҡ” федераль проектына ярашлы башҡарыла. Программала яңы торлаҡ райондарында социаль һәм коммуналь инфраструктура төҙөүҙе субсидиялау күҙ уңында тотола. 2024 йыл аҙағына подряд ойошмаһы был биҫтәлә дөйөм оҙонлоғо 4,12 километрлыҡ ете урам асырға ниәтләй.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/383311#scroll

 

Автор:
Читайте нас: