Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Ғинуар 2023, 15:13

“Үҫеш нөктәһе” яңы мөмкинлектәр аса

Унда балаларға алдан уҡ һөнәри йүнәлеш бирәләр.

“Үҫеш нөктәһе” яңы мөмкинлектәр аса
“Үҫеш нөктәһе” яңы мөмкинлектәр аса

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Заманса мәктәп” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ауыл мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре барлыҡҡа килә. Улар бөгөн айырыуса әһәмиәтле һөнәрҙәр буйынса уҡыусыларҙы алдан уҡ әҙерләү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелә.

Краснокама районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Никольск ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә лә былтыр ошондай үҙәк асылғайны. Проектҡа ярашлы алынған яңы ҡорамалдар мәктәптә физика, химия һәм биология кабинеттарына ҡуйылған. Уҡыу кластары федераль кимәлдә раҫланған берҙәм стилдә биҙәлгән. Төрлө тикшеренеүҙәрҙе, ғилми проекттарҙы үҙ иткән балаларға пландарын тормошҡа ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр асылған. Улар ҡорамалдарҙы физика, химия, биология дәрестәрендә һәм кластан тыш эштә тулыһынса файҙалана.

Мәктәптә “Беҙҙең тирәләге донъя” һәм “Мауыҡтырғыс информатика” өҫтәмә белем биреү берекмәләре эшләй. Өлкән класс уҡыусылары өсөн иһә проектлау эшмәкәрлеге ойошторолған.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/382331#scroll

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:
Читайте нас: