Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Ғинуар 2023, 15:20

Былтыр экспорт күләме артҡан

Икенсе йыл рәттән Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында, Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, икенсе урынды биләй.

Былтыр экспорт күләме артҡан
Былтыр экспорт күләме артҡан

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә Башҡортостан Хөкүмәте ултырышы үтте, унда 2022 йылдың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенә яҡынса йомғаҡ яһалды.

— Башҡортостан Республикаһының тышҡы сауҙа әйләнеше 2022 йылдың ғинуар-октябрендә 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 15,4 процентҡа үҫкән. Экспорт күләме 19 процентҡа артҡан. Уҙған йылдың туғыҙ айында дөйөм экспортта сеймал булмаған энергияға ҡараған экспорт өлөшө 65,3 процент тәшкил иткән. Былтыр Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы 14 сит илгә 25 эш сәфәре ойошторҙо һәм 19 сит ил делегацияһын ҡабул итте. Республика предприятиелары 58 күргәҙмәлә, йәрминкәләрҙә һәм конгресс сараларында ҡатнашты, – тип билдәләне Министрҙар кабинеты етәксеһе.

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов сығышында Башҡортостан Республикаһы экспортсыларына ярҙам саралары мәсьәләһенә туҡталды.

– 2022 йылда экспорт эшмәкәрлегенә ярҙам итеү өсөн республика бюджетынан 67,6 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡса экспортҡа тауарҙар ташыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн һәм экспорт контракттарын үтәмәгән өсөн һалынған штрафҡа киткән сығымдарҙың бер өлөшөн, шулай уҡ “Ашығыс экспорт ярҙамы” проектына йүнәлтелде, — тине ул.

Айрат Фәхретдинов Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

– Икенсе йыл рәттән Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында, Мәскәү өлкәһенән генә ҡалышып, икенсе урынды биләй. Былтыр Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығына ҡараған орган 970 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына өс меңдән ашыу төрлө хеҙмәт күрһәтте. Үҙәк ярҙамы менән 115 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары 124 миллион долларҙан ашыу суммаға 213 экспорт килешеүе төҙөнө, — тип өҫтәне ул.

Доклад йомғаҡтары буйынса Премьер-министр күрһәтмә бирҙе.

— Сеймал булмаған энергияға ҡараған экспортты 3,5 миллиард долларға тиклем арттырырға кәрәк. Иран, Азия, Латин Америкаһы, Африка илдәре менән әүҙем тышҡы сауҙа хеҙмәттәшлеге географияһын киңәйтеү талап ителә, – тине Андрей Назаров.

Республиканың был илдәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:
Читайте нас: