Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Ғинуар 2023, 15:34

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 128 мең берәмек тәшкил итте

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә социаль йүнәлешле һәм йәш эшҡыуарҙарға грант рәүешендә 134,5 миллион һум бүленгән.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 128 мең берәмек тәшкил итте
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 128 мең берәмек тәшкил итте

- 2022 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 128 мең берәмек тәшкил итте, был былтырғы күрһәткестән 0,5 процентҡа күберәк. Эшҡыуарҙар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында 3-сө һәм Рәсәй Федерацияһында 11-се урынды биләй, – тип билдәләне Андрей Назаров, – 2022 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы дүрт миллиард һум булды.

БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов һөйләүенсә, 2023 йылға төп бурыстарҙың береһе – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә социаль һәм йәш эшҡыуарҙарға гранттар биреүгә федераль ярҙамды 1,5 тапҡырға арттырыуҙы тәьмин итеү, шул уҡ ваҡытта башҡа йүнәлештәр буйынса бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын күрһәтеү темптарын һаҡлап ҡалыу. Бынан тыш, республикала “Минең бизнесым” үҙәгенең тағы дүрт офисын асыу планлаштырыла.

– “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә социаль йүнәлешле һәм йәш эшҡыуарҙарға грант рәүешендә 134,5 миллион һум бүленгән. 2023 йылда шулай уҡ федераль финанслауҙы йәлеп итеү күләмен 55,7 процентҡа арттырыу планлаштырылған, – тине Айрат Фәхретдинов.

Премьер-министр 130 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты кимәленә етеү мөһимлеген билдәләне. Иҡтисадтың бәләкәй секторын “легалләштереү” мәсьәләләре лә айырым иғтибар талап итә.

Артабан туризм өлкәһендәге мәсьәләләр ҡаралды.

– 2022 йылдың 11 айында туризм өлкәһендә халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү күләме 12,6 миллиард һум тәшкил итте, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 26,3 процентҡа күберәк. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында 3-сө һәм Рәсәй федерацияһында 13-сө урынды биләй, – тине Министрҙар кабинеты башлығы.

Айрат Фәхретдинов әйтеүенсә, “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә 5-9-сы класс уҡыусылары өсөн мәктәп туризмы пилот программаһы тәүгә тормошҡа ашырылды, унда 11 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

– 2022 йылда программала республиканың 10 туристик операторы ҡатнаша. Бүленгән квоталар күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең 18 пилот төбәгенән 2-се урынды алды, бүленгән аҡса күләме 77,7 миллион һум, шуның 55,5 миллион һумы – федераль аҡса. 2023 йылға федераль бюджеттан 188,7 миллион һум бүлеү күҙаллана, – тине БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары.

Бөтә был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") маҡсаттарына һәм бурыстарына тура килә.

Фото һәм яҙма: pravitelstvorb.ru/news/19918/

  ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: