

Башҡортостанда "Минең бизнес" үҙәгенең туғыҙынсы яңы офисы асылды. Ул - Ҡариҙел ауылында.
“Минең бизнес” үҙәге селтәре киңәйеүе төбәктә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектының ("Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") тормошҡа ашырылыуы менән бәйле. Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы алып барыла.
- “Минең бизнес” үҙәге Башҡортостанда 2019 йылда эш башланы. Әлеге көндә уның офистары республикабыҙҙың туғыҙ муниципалитетында эшләй. Ағымдағы йыл аҙағына тиклем тағы ла Ҡыйғы, Саҡмағош райондарында һәм Белорет ҡалаһында өс яңы офис асылыуы көтөлә. Был иһә эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы сараларын ҡулланыу мөмкинлеген арттырасаҡ, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Тантаналы сарала Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Ринат Фәтҡуллин, Ҡариҙел районы хакимиәте башығы Айҙар Шәйҙуллин, “Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Марсель Кашаев, райондың эшҡыуарҙары ҡатнашты.
“Минең бизнес” үҙәгенең тулы хеҙмәттәр комплексын алыу өсөн Ҡариҙел районы һәм уның эргәһендәге муниципалитеттар эшҡыуарҙарына баш ҡалаға барыу кәрәкмәй. ”Берҙәм тәҙрә” форматында йүнселдәр үҙ кәсебен ойоштороу буйынса консультациялар алыу мөмкинлегенә эйә, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен йәки шәхси эшҡыуарлыҡты бушлай теркәй ала, бизнес буйынса башҡа һорауҙарҙы хәл итә. Үҙәк 150-ләп төр хеҙмәт күрһәтә.
Әле “Минең бизнес” үҙәге офистары Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Бәләбәй, Учалы, Ҡариҙелдә эшләй.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.