Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
10 Ноябрь 2022, 04:25

Өсөнсө балаға пособие йә хеҙмәт ветераны исемен юллаһаң...

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәттәрен күпләп һанлаштырыу былтыр августа башланғайны.  

Өсөнсө балаға пособие йә хеҙмәт ветераны исемен юллаһаң...Өсөнсө балаға пособие йә хеҙмәт ветераны исемен юллаһаң...
Өсөнсө балаға пособие йә хеҙмәт ветераны исемен юллаһаң...

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл йәнә туғыҙ социаль хеҙмәт электрон төрҙә күрһәтелә башланы.

– Республикала халыҡҡа уңайлы булһын өсөн социаль әһәмиәтле күмәк дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон форматҡа күсереү буйынса әүҙем эш алып барыла. Быйыл туғыҙ хеҙмәт электрон күрһәтелә башланы, тағы ла етәүһен йыл аҙағына тиклем ғәмәлгә индереү күҙаллана, – тип белдерҙе дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов.

Яңы хеҙмәттәр иҫәбенә граждандарҙы торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәпкә алыу; берҙәм федераль өлгөләге һунарсы билетын биреү һәм ғәмәлдән сығарыу; ғаиләләрҙең айырым категорияларына өсөнсө балаһы тыуған осраҡта айлыҡ аҡсалата пособие тәғәйенләү; “Рәсәй Федерацияһы субъектының хеҙмәт ветераны” исемен биреү; урта һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡыуға ғаризалар ҡабул итеү һәм теркәү; тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарға бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам тәғәйенләү һәм башҡалар инә.

Мәғлүм булыуынса, социаль әһәмиәтле күмәк хеҙмәттәрҙе электрон рәүешкә күсереү бурысын ил президенты Владимир Путин ҡуйғайны. Ул “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисад” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”)  “Һанлы дәүләт идаралығы” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда дәүләт хеҙмәттәрен күпләп һанлаштырыу былтыр августа башланғайны. Уҙған йылдың биш айында Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы 66 хеҙмәтте электрон төргә күсерҙе.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: it.bashkortostan.ru/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/343855

Автор:
Читайте нас