

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) Октябрьский ҡалаһында Өфө дәүләт нефть техник университетының Нефть һәм газ институты уҡытыусылары оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы технопаркына йөрөгәндәр ошо көндәрҙә шундай мауыҡтырғыс сарала ҡатнашты.
“Механика һәм машиналар эшләү технологияһы” кафедраһы доценты Эдуард Мөхәмәҙиев балаларҙы насос төрҙәре, уларҙың эш принциптары, ҡулланыу өлкәһе менән таныштырҙы.
“Иҫәпһеҙ-һанһыҙ гениаль уйлап табыуҙар донъяһында беҙ бер нимәгә ныҡлы бәйлебеҙ. Насостар өсөнсө мең йыллыҡ инде кешелеккә хеҙмәт итә. Ошо ваҡыт эсендә улар ярҙамында күпме янғындарҙан, һыу баҫыуҙарҙан, башҡа ҡазаларҙан ҡотолоп ҡалғандар, торлаҡты йылытҡандар, уны һыу менән тәьмин иткәндәр, насостарҙың төрлө тәғәйенләнештәге моделдәрен уйлап сығарғандар”, – тине Эдуард Мөхәмәҙиев.
Ноябрҙә Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы технопаркының төрлө берекмәләренә йөрөгән балаларға “Көнкүрештә һәм производствола насостар” тигән оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/343951
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/343951