

Башҡортостандағы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ил Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының (национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) “Яһалма интеллект” федераль проекты нигеҙендә Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан “Антикөрсөк-Яһалма интеллект” конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеүҙең өсөнсө сираты башланды.
– Конкурста “микропредприятие” йәки “бәләкәй предприятие”, шулай уҡ Рәсәйҙең һанлы резиденты статусына эйә булған предприятиелар яһалма интеллект өлкәһендәге проекттары менән ҡатнаша ала, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.
Төп иғтибар бюджеттан тыш аҡсаны күпләп йәлеп иткән һәм ҙур табышлы проекттарға бирелә. Конкурста ҡатнашыу шарттары һәм тәртибе менән Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды сайтында танышырға була. “Антикөрсөк-Яһалма интеллект” конкурсына ғаризалар 14 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/336236