

Рәсәй Сәнәғәт министрлығы Рәсәй Экспорт үҙәге менән берлектә тышҡы баҙарға сығарылған тауарҙы сертификатлау буйынса сығымдарҙың 80 процентын ҡайтарыуға ғаризалар ҡабул итә башлауын иғлан итте. Бындай дәүләт ярҙамы экспортҡа тауар сығарған сәнәғәт предприятиеларына күрһәтелә. Тауарҙар исемлеге Рәсәй Сәнәғәт министрлығының 2020 йылдың 2 июлендәге 2095-се бойороғонда (приказом Минпромторга ) күрһәтелгән.
– Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларының был мөмкинлек менән файҙаланыу форсаты бар. Экспортсыларға талаптар ҙа ябайлаштырылған. Хәҙер Рәсәй биләмәһендә тауар етештерелеүен раҫлаған ғәмәлдәге һөҙөмтә талап ителмәй, шулай уҡ сертификат алынған тауарҙы бушатыуҙы раҫлау ҙа кәрәкмәй, – тип аңлатты Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Ведомство етәксеһе белдереүенсә, ойошмаларҙы конкурс нигеҙендә һайлап алыу ҙа булмаясаҡ, килгән ғаризаларҙан сығып, бүленгән йыллыҡ бюджет бөткәнсе ярҙам күрһәтеләсәк. Предприятиеларға 2021 йылдың 1 ғинуарынан сығымдар ҡайтарыласаҡ, ә дарыуҙарҙы экспортҡа сығарған предприятиеларға – 2019 йылдың 1 ғинуарынан.
Ғаризаларҙы ҡабул итеү 3 ноябргә - 18.00 сәғәткә тиклем (Мәскәү ваҡыты буйынса) ҡабул ителә. 2022 йылда компенсация алыуҙа ҡатнашыуға ғариза һәм документтар ҡағыҙҙа ҡабул ителә. Тулы мәғлүмәт ошо һылтанмала: ссылке.
”Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты структураһына өс төбәк проекты инә, уларҙың береһе – “Башортостан Республикаһында экспортты үҫтереү”. Уны Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы ғәмәлгә ашыра.
“Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк программаһы сиктәрендә 2022 йылда “Төбәк экспорт стандарты 2.0 индерелгән Рәсәй Федерацияһы” субъекттары һаны” күрһәткесендә беренселеккә өлгәшеү ҡаралған. Бындай эшмәкәрлек Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ғәмәлгә ашырыуҙа этәргес булып тора.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Стартовал прием заявок на компенсацию до 80% затрат на международную сертификацию (pravitelstvorb.ru)
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан