Даирә
+28 °С
Болотло
Милли проекттар
27 Октябрь 2022, 10:34

Иң йәш фән докторына өмөт ҙур

Уның командаһы алдына ҙур маҡсат ҡуйған.  

Иң йәш фән докторына өмөт ҙурИң йәш фән докторына өмөт ҙур
Иң йәш фән докторына өмөт ҙур

Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәш ғалимдарыбыҙҙың яңы фәнни лабораторияһының ҡаҙаныштары тураһындағы яҙмаһы менән уртаҡлашты.

- Был гүзәл ҡыҙ – йәш өмөтлө тикшеренеүсе Гөлнара Рыҫкилдина. Ул - Өфө дәүләт нефть техник университетының иң йәш химия фәндәре докторы, профессор.

Уның “Яңы энергетика” йүнәлеше буйынса яңы йәштәр лабораторияһы проекты 18 миллион һумлыҡ тиерлек федераль грант отто. Гөлнараның командаһында йәш ғалимдар ҙа, нефть университеты студенттары ла бар. Шуны ла билдәләү мөһим: хеҙмәткәрҙәрҙең 90 проценты - 35 йәшкә тиклемге йәштәр.

 “Фән һәм университеттар” милли проектының “Төбәк, тармаҡ һәм тикшереү секторы мәнфәғәтендә кеше капиталы үҫеше” федераль проекты сиктәрендә был фәнни лаборатория беҙҙең йәш ғалимдарыбыҙҙың идеяларын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.

“Нефтехимия реагенттары, майҙар һәм йылылыҡ энергетикаһы өсөн материалдар” йәштәр лабораторияһында алып барыласаҡ тикшеренеүҙәр реагенттар, майҙар һәм композиция материалдарының киң гаммаһын алырға ярҙам итәсәк. Һөҙөмтәһе – яңы продукция Рәсәй сәнәғәте өсөн кәрәк булған импорт нефтехимия материалдарын алмаштырырға булышлыҡ итәсәк.

Грант тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн генә ҡулланылмаясаҡ, заманса фәнни ҡорамал һатып алыуға, яҡшы белгестәр йәлеп итеүгә, алдынғы академия үҙәктәрендә фәнни-тикшеренеү стажировкаларында булырға ла мөмкинлек бирәсәк. Былар барыһы ла ғалимдарҙың ҡеүәтен күтәреүгә юл аса. Йәштәргә ҙур уңыштар теләйем, - тиелә яҙмала.

Әйтергә кәрәк, “Фән” милли проектын (национальный проект “Наука”) тормошҡа ашырыу маҡсатында уҙғарылған  был саралар илебеҙ Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.

Фото: Максим Забелиндың сәхифәһенән.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:
Читайте нас