Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
27 Октябрь 2022, 10:37

Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең яратҡан урынына әйләнһен

Теләһәң – ял ит, теләһәң – һаулығыңды нығыт...

Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең яратҡан урынына әйләнһенБалаларҙың һәм өлкәндәрҙең яратҡан урынына әйләнһен
Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең яратҡан урынына әйләнһен

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әлшәй районының Раевка ауылында “Медиктар” ял паркын асыу тантанаһы булды. Объектта эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы башҡарылды.

Яңы паркта балалар өсөн уйын майҙансығы, ял итеү урыны, спорт йөрөшө өсөн йәйәүлеләр юлы, туп менән уйындар өсөн универсаль майҙансыҡ, воркаут-зона йыһазландырылған, уңайлы эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар, видеокамералар ҡуйылған, йәшелләндереү эштәре башҡарылған. 12 йәштән өлкәнерәк балалар өсөн урамда спорт комплексы асылған. Киләһе йылда физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар ҡуйыу күҙаллана.

– Паркты төҙөкләндергәндә халыҡҡа ял итеү өсөн уңайлыраҡ шарттар тыуҙырыу маҡсат итеп ҡуйылды. Теләһәң – ял ит, теләһәң – һаулығыңды нығыт, – тине Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин байрамға йыйылғандарға мөрәжәғәт итеп. – Парк балаларҙың һәм өлкәндәрҙең яратҡан урынына әйләнер, тип ышанам.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter/news/492314/

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/337661

Автор:
Читайте нас