Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
24 Октябрь 2022, 11:37

ALIBABA.COM майҙансығында республиканың 157 компанияһы теркәлгән

Уны файҙаланып тауар һатыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

ALIBABA.COM майҙансығында республиканың 157 компанияһы теркәлгәнALIBABA.COM майҙансығында республиканың 157 компанияһы теркәлгән
ALIBABA.COM майҙансығында республиканың 157 компанияһы теркәлгән

Башҡортостан етештереүселәре республиканың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ярҙамында 2089 тауар позицияһын В2В-маркетплейста ҡуйған. Ошо хаҡта хәбәр итте Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

– Маркетплейстар менән эшләү көнүҙәк булып ҡала. Бөгөн ошондай ысулды файҙаланып һатыу эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә ғәҙәти һәм һөҙөмтәле ҡоралға әйләнде. Төбәктең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына республиканың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге менән берлектә сит ил сауҙа майҙансыҡтарына сығыу ябайлашты һәм уңайлыға әйләнде. Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәгенең ALIBABA.COM-дағы кәштәһендә республиканың 157 экспортеры теркәлгән. Компаниялар халыҡ-ара майҙансыҡта 15-кә тиклем тауар позицияһын урынлаштыра ала, – тине Маргарита Болычева.

Бынан тыш, Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге булышлығында Alibaba.com  платформаһында башҡорт тауарҙарының лайвстримы үткәрелә. Майҙансыҡ ике кәштәнән тора: классик һәм хәләл. Үҙәктең бушлай хеҙмәттәрен алыу өсөн “Минең экспорт” порталында скоринг үтергә һәм компания тураһында мәғлүмәт тәҡдим итергә кәрәк. Хеҙмәт менән республикала теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары файҙалана ала.

Был сара федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү иҫәбенә ғәмәлгә ашырыла:  Үҙәктең кәштәләрендә бер компанияның шәхси аккаунты сиктәрендә бер нисә тиҫтә мең һумдан 500 мең һумға тиклем.

ALIBABA.COM маркетплейсында урынлаштырыу тураһындағы өҫтәмә мәғлүмәтте Sadykova.AM@bashkortostan.ru электрон почта аша йәки +7 (987) 002-66-97 телефонына шылтыратып белергә мөмкин.
        Белешмә: ALIBABA.COM – бөтә донъя буйынса 24/7 ваҡытында күмәртәләп һатып алыу өсөн эшҡыуар-уҙаҡташтарҙы эҙләүгә йүнәлтелгән халыҡ-ара майҙансыҡ.

Барлыҡ күрһәтелгән ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.   

 

Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы (vk.com)

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:
Читайте нас