

“Демография” милли проектының "Спорт – тормош нормаһы" төбәк проекты сиктәрендә 8 октябрҙә Учалы ҡалаһының шахмат клубында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған 2015-2016 йылдарҙа тыуған ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында шахмат буйынса турнир үтте. Унда улар шәхси зачётта ярыша, үҙҙәренең оҫталығын, стратегияларын һәм аҡылын күрһәтә алды.
Шахмат уйыны логик фекерләү, хәтерҙе нығытыу, үҙеңдең ҡылығыңды алдан күрә белеү һәм шунда уҡ үҙеңде һынау ҡоралы булып тора. Көслө характер, ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнеү, үҙ-үҙеңә ышаныу, түҙемлек, ихтыяр, дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү тәрбиәләүҙә шахматтың роле баһалап бөткөһөҙ, был сифаттар балаларға артабанғы тормошта бик кәрәк буласаҡ.
Шулай итеп, ҡыҙҙар араһында еңеүселәр:
1-се урын – Эвелина Минһажева,
2-се урын - Әмирә Рамаҙанова,
3-сө урын - Лия Ваһапова.
Малайҙар араһында:
1-се урын - Рамаҙан Моратшин,
2-се урын - Марк Харисов,
3-сө урын - Линар Мөслимов һәм Камил Ғатауллин - икеһе лә бер үк күрһәткес.
Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Балалар ярышта ҙур теләк менән ҡатнашты. Уйындар иркен шарттарҙа үтте. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа, һис шикһеҙ, лайыҡлы уйнаны, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алды һәм, әлбиттә, шәмбе көнөн үҙҙәре өсөн файҙалы үткәрҙе. Йәш шахматсылар өсөн төп старттар алда әле. Уларға яңы еңеүҙәр теләйек!
Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/327807
Фото: Учалы районы хакимиәте.