Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
10 Октябрь 2022, 11:07

Уҡыусыларға үҙҙәрен күрһәтеү өсөн шәп мөмкинлек

Салауат музыка мәктәбе уҡыусылары "КультУра" проектында ҡатнаша. 

Уҡыусыларға үҙҙәрен күрһәтеү өсөн шәп мөмкинлекУҡыусыларға үҙҙәрен күрһәтеү өсөн шәп мөмкинлек
Уҡыусыларға үҙҙәрен күрһәтеү өсөн шәп мөмкинлек

Өфөлә "Торатау" конгресс-холында "Тамыр" телеканалы проекты – I "КультУРА" мәктәп студиялары медиаселтәре фестиваленә йомғаҡ яһалды. Проектта Салауат музыка мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнаша. Йыл дауамында проектта ҡатнашыусыларҙың командалары оҫталыҡ дәрестәрендә, интенсив-тренингтарҙа ҡатнашты, телевизион сюжеттар һәм программалар әҙерләне, фотоға төштө, яҙҙы... һәм, әлбиттә, интернет-контент булдырыуҙа ярышты!

Йәш мәҙәни күҙәтеүселәрҙең эштәрен билдәле журналист, телевидение алып барыусыһы, “Рәсәй-Культура” телеканалы күҙәтеүсеһе Владислав Флярковский, “Карусель”, “О!”, “Рәсәй” каналдарында барған балалар һәм ғаилә телепроекттары ҡуйыусы режиссеры һәм ижади продюсеры Антон Михалев баһаланы.

Конкурс йомғаҡтары буйына "Видеосюжет төшөрөү һәләте" номинацияһында икенсе премияны Салауаттың балалар музыка мәктәбе алды.  Ә "Мәҙәни күҙәтеүсе" махсус номинацияһы лауреаты – Роксалана Ғәббәсова!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “КультУра” мәктәп студиялары медиаселтәре – ҙур ижади лаборатория, унда музыка, художество мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре һөйләргә һәм киң аудиторияға үҙҙәренең нимә менән йәшәүен һәм тын алыуын белергә өйрәнә. Яңы проектты Мәҙәни башланғыстар президент фонды ярҙамында “Бишек” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы менән берлектә “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы тормошҡа ашыра.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/326861

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.

 

Автор:
Читайте нас