Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Октябрь 2022, 16:54

Сергей ағас әйберҙәр эшләйәсәк

Уға был эшендә урындағы хакимиәт һәм милли проект ярҙам итәсәк.   

Сергей ағас әйберҙәр эшләйәсәк
Сергей ағас әйберҙәр эшләйәсәк

Балаҡатай районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә” шәхси эшҡыуар Сергей Трофимовтың “Ағас эше оҫтаханаһын ойоштороу. Яңы Балаҡатай ауылында ағас конструкциялар һәм ағас әйберҙәр етештереү” инвестиция проекты ҡаралған.

Был проект “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектының “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Проекттың маҡсаты: ағас конструкциялар һәм ағас әйберҙәр етештереү күләмен һәм ассортиментын арттырыу, яңы эш урындары булдырыу.

“Элек мин дуҫтарыма оҡшаған ағас әйберҙәр эшләп ҡарай инем, башыма уй инде: ә ниңә шуның менән аҡса эшләмәҫкә?  Адреслы социаль ярҙам сиктәрендә алған финанс ярҙамы арҡаһында мин контракт нигеҙендә шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлдем, ағас эше оҫтаханаһы өсөн ҡорамалдар һатып алдым. Башлыса ишектәр, шулай уҡ шәхси үлсәмдәр буйынса йыһаз эшләйем” – тине Сергей Трофимов.

Бизнес-шериф Альберт Шафиҡов муниципаль программалар сиктәрендә ғәмәлдәге ярҙам саралары тураһында хәбәр итте. Яуаплы кешеләргә мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтеү һәм проектты оҙатыу буйынса тейешле йөкләмәләр бирелде.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/322819

Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.

 

Автор:
Читайте нас: