Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Октябрь 2022, 16:45

Бушлай белем алырға теләйһегеҙме?

Туймазы педагогия колледжына килегеҙ.  

Бушлай белем алырға теләйһегеҙме?
Бушлай белем алырға теләйһегеҙме?

Туймазы педагогия колледжы "Демография" милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" федераль проекты ярҙамында бушлай белем алырға саҡыра. Уҡыуҙар 2022 йылдың 1 октябренән башлана.

Әлеге проектҡа ярашлы “Репетиторлыҡ (Ворлдскиллс стандартын иҫәпкә алып, "Башланғыс кластарҙа уҡытыу” компетенцияһы буйынса)” өҫтәмә профессиональ квалификация күтәреү программаһы буйынса уҡырға мөмкин. Дәрестәр көндөҙгө уҡыу алымында уҙғарыла.

Программаны урта профессиональ һәм (йәки) юғары белемле кешеләр үҙләштерә ала. Улар:

- 50 йәштән өлкән граждандар, пенсия алды йәшендәге граждандар;

- өс йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса отпускта булған ҡатын-ҡыҙҙар;

- мәшғүллек хеҙмәте органдарында теркәлгән эшһеҙ граждандар;

- тулы булмаған эш режимы индереү, эште ваҡытлыса туҡтатыу, эш хаҡын һаҡламайынса отпуск биреү, хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатыу буйынса саралар сәбәпле өлөшләтә йәки тулыһынса эшһеҙ ҡалған хеҙмәткәрҙә өсөн уңайлы мөмкинлек.

Ғаризаны Рәсәйҙә эш (Работа в России) сайтында ҡалдырырға мөмкин: https://vk.cc/aAZcfl

Туймазы педагогия колледжы менән яҡындан танышыу өсөн һылтанма: https://trudvsem.ru/educational-programs?_title=%F0%E5%EF%E5%F2

"Демография" милли проекты (национальный проект "Демография") ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә раҫланды һәм тормошҡа ашырылып килә, ә уның “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” проекты төрлө сәбәптәр менән эшһеҙ ҡалған йәки яңы һөнәр үҙләштерергә теләгән граждандарға булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Фото: 2gis.ru

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:
Читайте нас: