Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Сентябрь 2022, 16:10

Йөрәк хирургияһына “йөрәкле” белгестәр килә

Хәҙерге заман хирургияһы тыумыштан килгән йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәренән, атеросклероздан ҡотолорға ярҙам итә.

Йөрәк хирургияһына “йөрәкле” белгестәр килә
Йөрәк хирургияһына “йөрәкле” белгестәр килә

2022 йылдың ғинуар айынан сентябргә тиклем республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы буйынса эшмәкәрлеккә лицензия алған медицина ойошмалары һаны 11,4 процентҡа артты.  Элек теркәлгән 96 медицина ойошмаһына тағы 11 ойошма өҫтәлде.

–Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы – йөрәк-ҡан тамырҙары патологияларын хәл иткән өлкә. Кардиохирургия - аҙа барған йөрәк ишемияһын дауалауҙың иң тәьҫирле ысулы, миокард инфарктынан һаҡлаусы әмәлиәт, – ти БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Уның әйтеүенсә, хәҙерге заман хирургияһы тыумыштан килгән йөрәк һәм тамырҙар патологияларынан, атеросклероздан ҡотолорға ярҙам итә. Хәҙер был йүнәлеш буйынса лицензиялар алыу еңелләшкән. Методик ярҙам алыу өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” эшләй. Хәҙерге ваҡытта лицензияларҙы рәсмиләштереү ваҡыты 15 көнгә тиклем ҡыҫҡартылды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: