Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Сентябрь 2022, 10:09

Изгелек һәр саҡ кире әйләнеп ҡайта!

 “Хәстәрлек өсөн рәхмәт!” бөтә Рәсәй акцияһына һин дә ҡушыл  

Изгелек һәр саҡ кире әйләнеп ҡайта!
Изгелек һәр саҡ кире әйләнеп ҡайта!

“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 22 сентябрҙә Салауат ҡалаһының дөйөм белем биреү учреждениеларында “Хәстәрлек өсөн рәхмәт!” бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Уның маҡсаты – мәктәпте хәүефһеҙ һәм ҡунаҡсыл итеү өсөн көн һайын ярҙам иткәндәргә рәхмәт белдереү. Был көндө уҡыусылар йыш ҡына иғтибарһыҙ ҡалғандарға – мәктәптәрҙең административ-хужалыҡ тәьминәте хеҙмәте белгестәренә: хужалыҡ буйынса директор урынбаҫары, ашнаҡсыларға, ашхана хеҙмәткәрҙәренә, йыйыштырыусыларға, урам һепереүселәргә  “Рәхмәт!” әйтте һәм ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итте.

Акцияла 8-10-сы кластарҙа уҡыған йәш ирекмәндәр ҡатнашты. Улар үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә мәктәп хаҡында хәстәрлек күрһәткәндәре, яйлы, таҙа кластар, тәмле төшкө аш өсөн рәхмәт әйтеп, ҡотлау открыткалары әҙерләгән һәм барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, именлек теләне.

“Беҙгә балалар яғынан иғтибар бик оҡшай, сөнки мәктәпте тап улар өсөн уңайлы итергә тырышабыҙ”, – тип һөйләне сара аҙағында Салауат ҡалаһының 15-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе ашханаһы хеҙмәткәре Н.П. Семёнова.

10 класс уҡыусыһы Иван Юдаков: “Шәп акция! Башҡаларға рәхмәт әйтегеҙ һәм иҫегеҙҙә тотоғоҙ: изгелек һәр саҡ кире әйләнеп ҡайта!”.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/322159

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.

Автор:
Читайте нас: