Даирә
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Сентябрь 2022, 16:01

"Йөрөй ҙә башланым инде", тип һөйөнә Айҙар Хөрмәт улы

Хирургтарҙың әйтеүенсә, бындай ҡатмарлы операцияларҙы улар яңыраҡ, заманса ҡорамалдар алынғас, эшләй башлаған

"Йөрөй ҙә башланым инде", тип һөйөнә Айҙар Хөрмәт улы
"Йөрөй ҙә башланым инде", тип һөйөнә Айҙар Хөрмәт улы

Өфөнөң 13-сө дауаханаһында онкология сирҙәрен операция ярҙамында уңышлы  дауалауға яңы ҡорамалдар ярҙам итә. Шул арҡала бер нисә тиҫтә пациенттың ғүмерҙәре һаҡлап ҡалынған.

Баш ҡалала йәшәгән Айҙар Ғ. 57 йәшендә яман сиргә юлыға. Ашҡаҙан аҫты биҙендә шеш табыла. “Миңә Роман Андреевич Пряжников операция яһаны. Ете сәғәт барған әмәлиәт уңышлы үтте. Йөрөй ҙә башланым инде”, – тип шатлана ул. Операция аҙ тишемле ысул менән яһалған. Был пациенттарға тиҙерәк аяҡҡа баҫырға мөмкинлек бирә.

Хирургтарҙың әйтеүенсә, бындай ҡатмарлы операцияларҙы улар яңыраҡ, заманса ҡорамалдар алынғас ҡына эшләй башлаған. Мәҫәлән, лапароскопия ҡорамалы. Ул табиптарға иң бәләкәй генә ҡан тамырҙарын, зарарланған ағзаларҙың юлдарын күрергә мөмкинлек бирә. Операция барышы флешкаға яҙыла. Яңы ҡорамалдар – хирургтарҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсылары. Белгестәрҙең юғары профессионаллеге һөҙөмтәһендә  тиҫтәләгән ғүмерҙәр ҡотҡарыла.

 Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: