Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Сентябрь 2022, 15:57

50 уҡытыусыға – 50-шәр мең һум премия

Аҡсалата дәртләндереү сараһы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларына тәғәйенләнә

50 уҡытыусыға – 50-шәр мең һум премия
50 уҡытыусыға – 50-шәр мең һум премия

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, дөйөм белем биреү ойошмаларының һәм дәүләт һөнәри белем биреү ойошмаларының иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары араһында конкурс үткәрелеп, үҙ һөнәренең оҫталарына 50 мең һум күләмдә аҡсалата премия тапшырылып килә. Быйыл да Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары араһында аҡсалата дәртләндереүгә дәғүә итеүгә республика конкурсы үткәрелде. Сара дистанциялы алымда ойошторолдо.

Конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына Башҡортостан Республикаһы мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлеге өсөн 50 мең һум күләмендә премия тапшырыла.

Быйылғы «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары» конкурсы еңеүселәре 4 октябрҙә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында үтәсәк тантанала тәбрикләнә.

Ошо йүнәлештәге эштәр һәм саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: vuzopedia.ru

Автор:
Читайте нас: